Рәсәй халҡы уҡ-йәйә менән һунар итеү хоҡуғына эйә. Был боронғо ҡорал арбалет менән бер рәттән яңы закон буйынса хәҙер гражданлыҡ ҡоралдары исемлегенә инә. Уларҙы Росгвардияға теркәргә, ә һунар итеү өсөн һунарсылыҡ билеты һәм ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт кәрәк.