Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Ғинуар 2020, 14:00

Дилбәр Фәтхетдинова – йыл директоры

«Башҡортостан» гәзите йылды барланы.

«Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының ишеген асып инеү менән үҙеңде музейҙа йөрөгәндәй хис итәһең. Һәр кем балаларҙың ҡул эштәре менән таныша ала. Көҙгө йәрминкәгә айырым урын бүленгән. Хатта шахмат та ҡуйылған – йомробаштар йыш урала бында. Икенсе ҡатта бай музей асылған, ул һәр ваҡыт яңы экспонаттар менән тулыланып тора. Халыҡтың боронғо, әммә ҡиммәтле әйберҙәрен нәҡ ошонда тапшырыуы күпте һөйләй. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла гимназия-интернаттың директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Дилбәр Фәтхетдиноваға туранан-тура бәйле», тип яҙа «Башҡортостан» гәзите 2019 йылдағы һуңғы һандарының береһендә.
«Йылды барлайбыҙ» рубрикаһында бирелгән материалдарҙа баҫма Дилбәр Ғайса ҡыҙын «Йыл директоры» тип атаған, уның хаҡында һәм белем биреү ойошмаһы тураһында мәғлүмәт бирелгән. Директор гимназия-интернаттың уҡыусылары, бөгөнгө тормошо тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй.
Афарин, Дилбәр Ғайса ҡыҙы!
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: