Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Ғинуар 2020, 12:00

Беҙ «Бөйөк Урал юлы»на индек!

Ҡыуаныслы хәбәр: Башҡортостан «Бөйөк Урал юлы» турист проектына инде! Ул үҙ эсенә федераль кимәлдәге 15 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ала.

5,5 мең километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы маршрут көньяҡтан Урал һырттарының ҡалҡыу тигеҙ ерҙәре буйлап Ырымбур далалары аша Төньяҡ Боҙло океан ярҙарына тиклем һуҙыла. Йыл аҙағында «Ырымбур – Евразия йөрәге» халыҡ-ара форумы сиктәрендә Башҡортостандың унда инеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хәҙер Башҡортостан өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Республика әүҙем рәүештә федераль һәм төбәк турист маршруттарын үҫтерә башлай.
Бында беҙ үҙебеҙҙең биш тәбиғәт паркы мөмкинлектәренән файҙала¬насаҡбыҙ. Улар – «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы», «Еҙем» һәм «Ирәмәл».
Форумда «Милли проект «Экология» – һаҡ аҫтындағы биләмәләрҙе яңынан тергеҙеү» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда Урал төбәктәрендә экологик туризмды үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Рәсәйҙең Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар туризмдың был төрөн үҫтереү өсөн урындағы халыҡ һәм ойошмалар, туроператорҙар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш, тигән һығымтаға килгән. Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу ҙа – мөһим бурыс.
«Бөйөк Урал юлы» буйлап үтеп, туристар Урал тәбиғәтенең иң матур урындарын күрә, боронғо тауҙар түбәләренә үрләй, тәүтормош кешеләре йәшәгән мәмерйәләрҙә була, ҡырағай аттар менән фотоға төшә, ысын башҡорт балынан ауыҙ итә, шулай уҡ бында йәшәгән халыҡтарҙың көнкүреше менән яҡындан таныша ала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: