«Һәр оҙайлы ялда янғындар арҡаһында фажиғәләр күп булды. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә йөҙәрләгән янғында тиҫтәләрсә кеше һәләк була ине. Быйыл иһә янғындар – 25 процентҡа, ә уларҙа һәләк булыусылар 80 процентҡа кәмегән. Янғын, эскелек, авариялар күптәрҙе ялҡытһа ла, был йүнәлештәрҙә эште дауам итәсәкбеҙ», тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 134 янғында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше йәрәхәттәр алған.