Ғаризаларҙы федераль программаның рәсми сәхифәһендә ҡалдырырға мөмкин. Ғариза биргән дәғүәселәрҙең документтары түбәндәге адрестарға ебәрелә:
1) нотариус раҫлаған күсермәләр электрон төрҙә zemteacher.irorb@yandex.ru адресына;
2) ҡағыҙҙағыһы – Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 205-се бүлмә адресы буйынса төбәк операторына (Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты).
Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә ауыл уҡытыусылары өсөн федераль аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала. Конкурс шарттары менән ведомство сайтында танышырға мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтынан