Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Ғинуар 2020, 14:00

Иртәгә – иҫке стиль буйынса Яңы йыл

13-нән 14-нә ҡарай төндә Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә.

Был байрамды билдәләү йолаһы Рәсәйҙә йылдарҙы иҫәпләүҙең яңы системаһына күскәс, 1918 йылдан башлана. Ул иҫке юлиан («иҫке стиль») менән яңы григориан календарҙары айырмаһы менән бәйле. Был айырма XX – XXI быуатта 13 көнгә тиң.
Һөҙөмтәлә бик һирәк була торған тарихи феномен – элек юлиан календары буйынса йәшәгән илдәрҙә Яңы йылды ике тапҡыр билдәләү күҙәтелә.
Йылдар үткән һайын Иҫке Яңы йыл илебеҙҙә популярлаша бара. Ул оҙайлы Раштыуа-Яңы йыл байрамдарының ахыры булһа ла, уға төп Яңы йыл төнөндә була торған ығы-зығы хас түгел.
Иҫке Яңы йылды билдәләү традицияһы беҙҙең илдән тыш, рәсми рәүештә булмаһа ла, Молдавияла, Әрмәнстан, Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Грузияла билдәләнә. Ошондай уҡ йола Сербия һәм Черногорияла ла йәшәп килә, Иҫке Яңы йыл Македонияла, хатта Швейцарияның ҡайһы бер немец телле кантондарында ла билдәләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: