Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.
Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль дәүләт статистика хеҙмәте һайлай һәм уҡыта.
Ҡатнашыусыларҙың һаны «Иҫәп алыу волонтерҙары» проектын 2020 йылдың күләмле ирекмәнлек проекты тип атарға мөмкинлек бирә.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу волонтерҙарына рәсми сайтта яҙылырға була, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне