Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Ғинуар 2020, 14:00

Ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы 1 миллиард һум кимәлендә һаҡлана

2020 йылда Башҡортостан хөкүмәте ауыл биләмәләрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күләмен 1 миллиард һум кимәлендә һаҡлап ҡалырға планлаштыра, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Милли проекттарҙы, грант программаларын һәм урындағы башланғыстарға ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыу барышында ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн беренсе тапҡыр 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленде. Быйыл уларҙы финанслау элекке кимәлдә һаҡлана», – тип билдәләне Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
Дөйөм алғанда, 2019 йылда республикала 108 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, 129 фермер хужалығы ойошторолған. Уларҙың ярҙамы менән ауылда 620 эш урыны булдырылған.
Бынан тыш, республиканың 33 фермер хужалығы һәм кооперативы техникаһын яңыртҡан һәм ҡорамалдар һатып алған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: