Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Ғинуар 2020, 12:33

Бәләкәй эш хаҡы алғандар һалым түләмәй

Дәүләт Думаһында ошоға бәйле закон проекты әҙерләнә.

Депутаттар табышы ике минималь хеҙмәт хаҡынан түбән булғандарҙы физик шәхестәр килеменә һалымдан, йәғни, НДФЛ-дан бушатырға тәҡдим итә. Закон проекты авторҙары әйтеүенсә, ҡануниәткә үҙгәрештәр мохтаждарға реаль ярҙам була һәм халыҡтың финанс хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Әле илдә минималь хеҙмәт хаҡы яҡынса 12 мең һум. Закон проектына ярашлы, килеме 24 мең һумдан кәмерәк булғандарға һалым түләмәҫкә рөхсәт ителә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: