Тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Һуғыш инвалидтары һәм ҡатнашыусыларының йәшәү шарттарын яҡшыртыу, хәтер-мемориаль һәм мәҙәни саралар үткәреү күҙ уңында тотола, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, ғәҙәттәгесә, киләһе миҙгелдә бөтә театрҙарҙың репертуарында һуғыш тураһында спектаклдәр күрһәтеү ҡаралған. Милли музей «Еңеү-75» республика музей-ара проектын ғәмләгә ашырырға – республика музейҙары экспонаттарынан күргәҙмә ойошторорға ниәтләй.
9 майҙа «Үлемһеҙ полк» халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәте барышында Тынлы оркестрҙар марш-парады ойошторола. Быйыл Өфөлә колонна башында һәләк булған Ватан Геройҙарының туғандары атлай.
«Торатау» конгресс-холы амфитеатрында кис көнө асыҡ һауала «Беҙ Еңеү тураһында йырлайбыҙ!» байрам концерты, хор флешмобы, лазер шоу-программаһы һәм байрам салюты буласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне