Республикала ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, өс һәм күберәк бала тәрбиәләүселәр шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер биләмәһе урынына бер тапҡыр бирелә торған 250 мең һумлыҡ компенсацияға хоҡуҡлы була. Документ ғинуар аҙағында Башҡортостан парламентының пленар ултырышында ҡарала.