Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Ғинуар 2020, 12:44

Халыҡ йолаларын тергеҙәләр

2020 йылды Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт ижтимағи үҙәге башҡасараҡ асырға булды.

Маҡсат булып, әлбиттә, ҡалала йәшәүсе бар башҡорт халҡын берләштереү торҙо, һәм, әйтеп китергә кәрәк, бындай сара һәр айҙың икенсе аҙнаһында үткәрелеп торасаҡ.
Башҡорттарға хас кис ултырыу йолаларын дауам итеп, «Аҡ тирмә»лә ҡунаҡта» тип исем дә бирҙе улар.
Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе Дим буйы башҡорттарын ошондай сараларҙа күреү йөрәккә, күңелдәргә тағы ла йән өрөп ебәрә. Алып барыусы Анжела Әүбакирова дәррәү генә ял кисәһенә килгән һәр тамашасының күңелен күрҙе. Әлбиттә, Башҡорт ижтимағи үҙәгенең етәксеһе Миңзифа Сәйфулла ҡыҙы Вилданованың да ял кисәһенең ошондай маҡсатта үтеүенә баҫымы ҙур, сөнки тик оло йәштәге апай-инәйҙәр генә башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен йәш быуынға дөрөҫ итеп еткерә ала.
Сара уйын-көлкө, конкурс, ритайым формаһында барҙы. Электән килгән «Ритайым» тип, һәр йәш-елкенсәктең көтөп алған башҡорт көйҙәренә тыпырлатып бейеүен дә тергеҙергә булды улар.
Ял кисәһе бик матур үтте. Һәр тамашасыны киләһе сараларҙа ла көтөп ҡалалар.
Зөлфиә Әхмәтова
Читайте нас: