Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Ғинуар 2020, 14:00

Радий Хәбиров: «Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән йүнәлештәр халыҡ хаҡында»

Башҡортостан Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән положениеларҙы кисекмәҫтән тормошҡа ашыра башлаясаҡ.

Был турала Радий Хәбиров район башлыҡтары ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән йүнәлештәр Башҡортостанда әүҙем тормошҡа ашырыла һәм беҙгә был эштәрҙе әүҙемләштереү генә кәрәк. Мәҫәлән, был аҙнала ғына республиканың демографияны үҫтереү буйынса юл картаһын тәҡдим иттеләр. Унда ла тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән бик күп саралар билдәләнгән. Республикала өсөнсө балаға бушлай бирелгән ерҙе аҡсалата ярҙамға алмаштырыу ҡарала.
Йәш ғаиләләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү, экстракорпораль аталандырыу алымын камиллаштырыу, аборттарҙы кәметеү, миграция сәйәсәтен үҙгәртеү ҙә демография күрһәткестәрен яҡшыртасаҡ.
Владимир Путин индергән тәҡдимдәр был ниәттәрҙе матди яҡтан нығытасаҡ ҡына. Ғөмүмән, мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән положениелар төбәк етәкселәре баҙнат итмәгән күп кенә программаларға старт бирәсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: