Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Ғинуар 2020, 17:00

Туған телгә һөйөү менән

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала Башҡорт теле йылын үткәреү концепцияһын билдәләне.

Йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең 2020 йылды тап был исем аҫтында ойоштороу тураһындағы башланғысын төбәк башлығы Радий Хәбиров хуплап сыҡҡайны. Төп маҡсат – башҡорт телен популярлаштырыу, республикала уны дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уҡытыу шарттарын яҡшыртыу.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә район-ҡалаларҙа бихисап саралар уҙғарыу планлаштырыла. Һәр ай айырым йүнәлешкә арнала, уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр,фестивалдәр үтә. Мәҫәлән, ғинуар «Башҡорт теле – дәүләт теле» темаһына арнала.
Төп иғтибар алтаҡталарҙағы грамматик хаталарҙы табыу һәм төҙәтеүгә йүнәлтелә, шулай уҡ башҡорт телендә баннерҙар, социаль реклама әҙерләү кеүек эштәр башҡарыласаҡ. Йыл дауамында фольклор, ғаилә, спорт байрамдары ла уҙғарыласаҡ
«Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре мартта билдәле буласаҡ. Тәүге урынға ярты миллион һумлыҡ дәртләндереү сараһы ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр июлдә старт алған бәйгелә 52 райондан 464 ауыл ҡатнашҡайны, республика этабына 47 ауыл уңышлы үткән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: