Башҡортостан Рәсәй экспозицияһы составында үҙебеҙҙә етештерелгән иң яҡшы аҙыҡ-түлеген күрһәтә. Коллектив стендта «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты һәм республиканың 12 предприятиеһы ҡатнаша. Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге лә продукцияһын тәҡдим итә.
Беҙҙең республика делегацияһын вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләй. Ул Австрияның федераль министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Ауыл һәм урман хужалыҡтары, туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешелде.
Германияла күргәҙмә 26 ғинуарға тиклем бара.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне