Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ғинуар 2020, 14:00

Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында ҡатнашығыҙ

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр ижади конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы.

Уны Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы менән берлектә «Йәшлек» республика йәштәр гәзите ойоштора. Конкурста белем биреү учреждениеларының 10-11-се класс уҡыусылары, лицей һәм колледждарҙың студенттары ҡатнаша ала. Улар мотлаҡ башҡорт телендә яҙышырға тейеш.
Эштәр телде һаҡлап ҡалыу, экология, башҡорт халҡының тарихи үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланыуҙарға, хәҙерге заманда йәштәрҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналырға мөмкин. Уның формаһы төрлөсә булыуы ихтимал: хикәйә, шиғыр, новелла.
Быйыл конкурс республика башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына үткәрелә. Эштәр гәзит биттәрендә, сайтта һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә баҫылып сыға. Тәүге урындарҙы алғандарға премия тапшырыла. Беренсе премияның күләме – 15 мең һум, ике премия – 10-ар мең һәм өсәүһе – 5-әр мең һум. Ҡалған ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа конкурс лауреаттары исеменә, дипломдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була. Шулай уҡ уҙған йылдарҙың конкурс эштәре менән китап нәшер ителә.
Эшеңә үҙең хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һалырға кәрәк. Материалдар 2020 йылдың 30 апреленә тиклем : 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 8-се ҡат, «Йәшлек» гәзите редакцияһы адресына ҡабул ителә, электрон почта — [email protected]. Өҫтәмә мәғлүмәт – гәзиттең сайтында һәм «Бәйләнештә»ге төркөмдә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: