Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ғинуар 2020, 17:00

Кадрҙарға ҡытлыҡ ҡырҡыу килеш ҡала

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, төбәктә кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыу ҡала.

Былтыр айырыуса Сибай, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларынан һәм Күгәрсен, Белорет, Бәләбәй райондарынан табиптар күпләп киткән. Республика һәм федераль программалар ярҙамында был мәсьәләләрҙе хәл итеү планлаштырыла.
Быйыл, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға 80 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Был былтырғыға ҡарағанда алты миллиард һумға күберәк тигән һүҙ.
Үткән йыл төбәктә дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеү 28 процентҡа артҡан. Быйыл финанслау күләме 600 миллион һумға үҫәсәк. Хөкүмәт ҡарары менән йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар сирлеләр өсөн препараттарҙы йыл әйләнәһенә биреү планлаштырыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: