Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Ғинуар 2020, 17:00

Радий Хәбиров кисә Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Халыҡ ижады фестивале Башҡортостанда быйыл 18 июлдән 1 авгусҡаса үтә.

«Рәсәй Бөтә донъя Фольклориадаһын беренсе тапҡыр ҡабул итә. Уны мәҙәни Олимпиада тип атарға мөмкин. Шуға сара юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш»”, – тине республика Башлығы.
Фольклориадаға 80-дән ашыу илдән 3 меңгә яҡын артист килеүе көтөлә. Район һәм ҡалаларҙа ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү һәм байрам сараларын үткәреү өсөн 72 майҙансыҡ әҙерләнә.
Сара дүрт йыл һайын уҙғарылып килә. Тәүге фестиваль Нидерландтарҙа 1996 йылда үтә. Артабан Фольклориаданы Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексика ҡабул итә. Башҡортостанда Фольклориаданы асыу тантанаһы «Өфө-Арена»ла үтә, фестивалде ябыу сараһы «Ватан» этнопаркында ойоштороласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: