Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Ғинуар 2020, 14:00

Әрме хеҙмәтендә булғандар хаҡында

Дембель альбомы – ир-егеттәрҙең әрме йылдарын һүрәтләгән ғорурлығы һәм иҫтәлеге ул.

Был инде хәҙер тарих, сөнки компьютерҙа йыйыу һәм айфондар заманында ҡыштыр ҡағыҙға көлкөлө карикатуралар яҙып ултырыу, тоноҡ фотоларҙы ҡатырға биттәренә йәбештереп ултырыу модала түгел.
Армиянан дембель альбомы алып ҡайтҡандарҙы шпиондар мәктәбенә яҙырға була ине! Ҡорал йәки хәрби техника янында фотоға төшөү өсөн уларға ниндәй генә хәйләләр ҡорорға тура килмәй! Ниндәй ауырлыҡ менән фотоларҙы яһайҙар һәм төндәрен каптеркала альбомға йәбештерәләр! Ә матур итеп һүрәт төшөрә белгән һалдаттар әрме хеҙмәтенең бөтә уңайлыҡтарынан һәм «бабай»ҙарҙың яҡлауынан файҙалана.
«Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите «Дембель альбомы» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыра. Төп бүләк – генерал погондары!
Әрме хеҙмәтен сағылдырған фотоларҙы [email protected] электрон адресына йә Бәйләнештәге социаль селтәрендәге https://vk.com/belizv төркөмөнә ебәрергә һәм редакцияға (Бәләбәй ҡалаһы, Кесе Туғай урамы, 53а) килтерергә мөмкин, унда фотоның күсермәһен алып, кире бирәсәктәр.
Читайте нас: