Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет ултырышында сығыш яһап, бына нимәләр әйтте:
– һыу менән тәьмин итеү әлегәсә кубометрына 25,68 һум булһа, 1 июлгә ул 26,45 һум булыр тип күҙаллана, йәғни был коммуналь түләү өс процентҡа артасаҡ;
– һыу ағыҙыу (ҡулланылған һыуҙы канализацияға ҡабул итеү) хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала – 1 июлгә ул, элеккесә, кубометрына 30,59 һум буласаҡ;
– йылылыҡ энергияһы өсөн түләү тәүге ярты йылда былтырғы йыл аҙағындағы кимәлдә ҡала, ә икенсе ярты йыллыҡта хаҡ 2198,18 һум тәшкил итәсәк – өс процентҡа күтәреләсәк;
– электр энергияһына хаҡ 1 июлдән түбәндәгесә буласаҡ: ҡалала йәшәгән һәм электр плитәһе ҡулланмаған халыҡ өсөн көндөҙ – бер киловатт-сәғәткә 3,83 һум, төнөн – 2,66 һум; электр плитәһен файҙаланғандар һәм ауылда йәшәгән кешеләр өсөн көндөҙ – 2,68 һум, төнөн – 1,86 һум.
Газ өсөн хаҡты Светлана Бурдюк түбәндәгесә атаны: зәңгәр яғыулыҡты ашарға бешереү һәм газ менән эшләгән һыу йылытҡысты ҡулланыу өсөн тотоноусылар тәүге ярты йыллыҡта бер кубометрға – 7,20 һум, ашарға бешереү һәм үҙәкләштерелгән йылытыу үткәрелмәгән йорттарҙа газ менән эшләгән һыу йылытҡысты ҡулланыу өсөн тотоноусылар 6,71 һум түләй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне