Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Ғинуар 2020, 12:00

Беренсе бала өсөн әсәлек капиталы ҡасан түләнер?

Беренсе бала өсөн әсәлек капиталын мартта уҡ түләй башларға ниәтләйҙәр, «Известия»ға һылтанып, хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

Хәҙерге ваҡытта депутаттар һәм сенаторҙар Рәсәй президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге йөкләмәләрҙе үтәү өсөн кәрәкле закон проекттарын ҡарарға әҙерләнә.
Дәүләт Думаһының социаль сәйәсәт буйынса комитетында белдереүҙәренсә, тәүге бала өсөн әсәлек капиталын, балаларға торлаҡ түләүҙәре кеүек үк, март-апрель айҙарында уҡ ғәмәлгә индерә башлайҙар. Ләкин бының өсөн
«Балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында» һәм «Ғаиләгә булышлыҡ итеүҙең өҫтәмә саралары тураһында» ғәмәлдәге закондарға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерергә кәрәк, тип билдәләнеләр Федерация Советында.
«Бюджет кодексына ла үҙгәрештәр индерелә. Индерелгән закон проекттарын Думала мөмкин тиклем тиҙерәк ҡарарбыҙ», – тине Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты ағзаһы Светлана Бессараб.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: