Республика хөкүмәте президиумы ултырышында ҡалаларға һәм райондарға бюджеттан комплексты үҫтереү өсөн аҡса бүлеү тәртибе тураһында ҡарар проекты ҡаралды.
– Республикабыҙҙа йылдан-йыл ГТО күрһәткестәре яҡшыра. Ләкин комплекс планын индереү буйынса йыл һайын төҙөлгән рейтингта Башҡортостан Рәсәйҙә – 32-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урында тора, – тип билдәләне йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Һөҙөмтәлә ГТО тапшырыуҙың абруйын арттырыу һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн Башҡортостан муниципалитеттарына 315-әр мең һум (дөйөм суммаһы 21 миллион 741 мең һум) бирелә. Алмашҡа райондар һәм ҡалалар ГТО-ның ете критерийын үтәргә тейеш. Шул рәүешле властар республикала йәшәүселәрҙе ГТО тапшырыуға йәлеп итергә һәм илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инергә теләй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне