«Бәләбәй» биләмәһенә 20,5 млн һум инвестиция йәлеп итәсәк һәм 103 яңы эш урыны булдырмаҡсы өс предприятие өҫтәлде.
Шулай, «Меди-Клиник» йәмғиәтенең «Бәләбәйҙә дөйөм табип практикаһы түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса предприятие ойоштороу» проектына 7 млн һум инвестициялар һалынасаҡ, 20 эш урыны булдырыласаҡ.
«Туҡланыу комбинаты» йәмғиәте моноҡалала аҙыҡ-түлек һәм әҙер аштар етештерергә ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 7,5 млн һум аҡса тотоноу һәм 44 эш урыны булдырыу күҙаллана.
«РНГ-Производство» йәмғиәте Бәләбәйҙә нефть һәм газ һәм нефть промыслаһы ҡорамалдары етештермәксе. Быға 6 млн һум аҡса китәсәк, 39 кеше эшле буласаҡ.
Проекттарҙы 2022 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыу ниәтләнә.
Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан иң күп яңы эш урыны булдырылған өс төбәк иҫәбенә инә.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне