Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Ғинуар 2020, 12:00

Өфө губернаһының беренсе губернаторы Григорий Аксаковҡа бағышланған күргәҙмә асылды

Республиканың Милли архивында асылған күргәҙмә шулай атала: « Өфө губернаһының беренсе губернаторы Григорий Сергеевич Аксаков». Был сара республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән сәйәсмәндең тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы ойошторола.

Билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың улы Григорий Аксаков (1820-1891)Өфө губернаторы вазифаһында транспорт тармағын, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яҡшыртыу өҫтөндә эшләгән. Күргәҙмәгә йыйылған ҡунаҡтар тарихи шәхестең ҡулъяҙмалары, документтары менән таныша ала.
Архив документтарына ярашлы, Григорий Аксаков Өфө губернаһы менән ике йыл етәкселек итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баш ҡалала байтаҡ мәҙәни һәм социаль объекттар асылған. Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, музей, ҡала театры, мәктәптәр һәм башҡа учреждениелар.
Республика етәкселеге ҡарары буйынса, төбәктә Григорий Аксаков ордены булдырыласаҡ. Юғары наградаға дәүләт хеҙмәте, йәмәғәт эштәре һәм хәйриә өлкәләрендә уңыш ҡаҙанған шәхестәр лайыҡ буласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: