Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Ғинуар 2020, 17:00

Зауыҡлы биләмәләр йылы пландары ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылының тәүге маҡсаттарының береһе – 9 майға өлгөлө тәртип булдырыу, тип белдерҙеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Быйыл Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу өсөн ыңғай мөхит булдырыу ҙа бик мөһим.
Дүрт төп йүнәлеш һайланған: газондар эшләү, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы күренештәрен берҙәм стандартҡа килтереү.
Муниципаль һәм шәхси предприятиелар биләмәләрҙе йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе берлектә хәл итергә тейеш.
Урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланырға кәңәш ителә: бының өсөн республика етештереүселәре (бәләкәй архитектура формалары, шаҡмаҡлап ваҡланған таш, бордюрҙар, плитка, резина япма, яҡтыртҡыстар) каталогы әҙерләнгән. Февралдә уларҙың күргәҙмәһе ойошторола.
Ҡоймаларҙы биҙәүгә килгәндә, властар төбәктең һәм урындағы биләмәләрҙең милли традицияларына таянырға тәҡдим итә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: