Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Ғинуар 2020, 17:00

«Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылған китап билдәле башҡорт ғалимы һәм әҙәбиәтсеһе, академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә әҙерләнгән һәм 1990-1996 йылдарҙа алты томда сыҡҡан баҫманың дауамы булып тора.

Тәүге ике том боронғо замандарҙан алып 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәтен анализлай; артабанғы томдар совет осорона бағышланған. Алтынсы томда ХХ быуаттың 90-сы йылдарының беренсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһала. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы заманса башҡорт әҙәбиәтен анализлауға арналған.
Баш мөхәррир һәм инеш һүҙ авторы – филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов.
Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: