Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Ғинуар 2020, 12:00

Бөгөн Башҡортостанда «Блокада икмәге» акцияһы уҙғарыла

27 ғинуарҙа – Ленинград ҡамауын өҙгән көндә – Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Блокада икмәге» республика акцияһы уҙғарыла.

Унда уҡыусылар, студенттар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, эҙәрмән отрядтары, «Юнармия», хәрби-патриотик клубтар һәм ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Башҡортостан мәктәптәрендә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында тематик радиолинейкалар була. Ленинград ҡамауы ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә.
Һуңынан ошо акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелисктарға сәскәләр һала, уларға иҫтәлекле дата символы – листовка менән «блокада икмәге» бирелә.
Эҙәрмән отрядтары һәм тарихи реконструкция клубтары «блокада икмәге»н таратыу урындарында 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡамауын өҙөүгә бағышланған күргәҙмәләр әҙерләй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: