Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Ғинуар 2020, 14:00

«Беҙ – Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» конкурсы дауам итә

Республика райондарында һәм ҡалаларында «Беҙ – Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» темаһына ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсының төбәк этабы бара. Конкурс 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

Положениеға ярашлы, урындарҙа еңеүселәрҙең ғилми-тикшеренеү эштәре ойоштороу комитетына ебәрелергә тейеш.
Ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 10 февралгә тиклем оҙайтылған, ә ғилми-тикшеренеү эштәрен 10 мартҡа хәтлем тапшырырға кәрәк.
Конкурсҡа йомғаҡ апрель уртаһында – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләр алдынан яһала.
Бөйөк Еңеү йылъяҙмаһының сағыу биттәрен – фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең биографияларын һәм шәжәрәләрен яҙыу маҡсатында ойоштороу комитеты конкурстың төбәк этабын үткәреү өсөн яуаплыларға бәйгелә йәш быуындың ҡатнашыуын әүҙемләштереүҙәрен һорай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: