Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ул 40 кешенән торған Башҡортостан делегацияһының Берлинға «Йәшел аҙна» күргәҙмәһенә барыуы хаҡында һөйләне. Башҡортостан стенды Рәсәйҙең 18 төбәге менән бер рәттән күргәҙмәлә ҡатнашты.
Башҡортостан вәкилдәре инвестицияларҙы дауам итеү буйынса сит ил инвесторҙары – Штефан Дюрр (уның «ЭкоНива» агрохолдингы Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк райондарында һөт комплекстары төҙөй) һәм Бәләбәй һөт комбинаты хужаһы Алекс Бонгрэн (Францияның «Savencia Fromage & Dairy» концерны президенты) менән осрашты. 2021 йылда Бәләбәйҙә Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур һөт заводы эшләй башларға тейеш.
Шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы премиум-класлы «Вальрона» шоколадын етештереүсенең фабрикаһына барҙы һәм компания Рәсәйҙә үҙенең продукцияһына һорауға маркетинг тикшереүе үткәрергә, ыңғай яуап алынған осраҡта Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең береһендә производствоны урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарарға һөйләшеп килеште.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне