Башҡортостанда Хәтер һәм дан йылында 150-нән ашыу байрам саралары ойоштороласаҡ. Концерт һәм митингтарҙан тыш, төрлө тарихи акциялар, йыр, бейеү, шиғыр һөйләү флешмобтары, һуғыш йылдары тураһында кинофильмдар күрһәтеү , ветерандар менән осрашыуҙар уҙғарыу көтөлә.
Шулай уҡ яугирҙар ҡәберлектәрен рәткә килтереү, һәйкәлдәрҙе төҙөкләндереү, яңыларын ҡуйыу ҙа планға ингән. Байрам сараларына мөмкин тиклем күберәк кеше, айырыуса киләсәк быуын вәкилдәре йәлеп ителәсәк.