Оҙаҡ көтөп алынған объектты сафҡа индереүҙе тиҙләтеү өсөн тәҙрә һәм ишектәрҙе, иҙәндәрҙе йыуыуҙа медицина колледжы студенттары ярҙам итә.
– Беҙ бында эшләргә ҡыуанып риза булыр инек: матур ҙа, уңайлы ла, – тиҙәр ҡыҙҙар.
Бик оҙаҡ буш торған бинаға заманса төҫ биреү өсөн төҙөүселәргә күп көс һалырға тура килә. Былтыр йәй эштәр иң ҡыҙған осорҙа бында ремонтҡа 130 кеше йәлеп ителгән.
Тағы бер аҙ ғына көтһәк, бинаға йән инәсәк. Ҙур хәрефтәр менән «Бәхет бар ул»! тип яҙылған, зауыҡ менән биҙәлгән залда туғандары яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡаршы аласаҡ. Бәпестәрҙе сығарыр алдынан биләү өсөн ҡуйылған өҫтәл янындағы стенала «Тыуған көнөң менән!» тигән символик яҙыу ҙа күрҙек.
Ә ҡайһы сабыйҙарҙың яңыртылған бала табыу йортонда тәүгеләрҙән булып тыуып, Бәләбәй ҡалаһы һәм районы тарихына инерен ваҡыт күрһәтер. Бер нәмә шикһеҙ – бындай ҙа уңайлы йорт барында муниципалитетта балалар күберәк тыуыуға тейеш!
Римма Солтанова материалын Зөлфиә Ғарифуллина тәржемә итте.