Республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тәҡдим иткән ошо проект буйынса бик матур сара уҙҙы. Үҙәк биләмә-ара китапхананың милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы Алһыу Шәрипова проект һәм уның маҡсаты тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Зөлфиә Ханнанованың, Динис Бүләков, Рафаэль Сафиндың ижадтары менән таныштырҙы һәм «Ҡыр ҡаҙҙары», «Мин – башҡорт, тип танышығыҙ» шиғырҙарын уҡыны.
Ансамбль солистары күптән түгел уҡыған китаптарынан алған тәьҫораттары менән бүлеште. Улар нәфис әҙәбиәт уҡыуға, туған телде тәрәнерәк өйрәнеүгә ылыҡтырырға, республика яҙыусыларының ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгән «Туған телгә йөҙ аҙым» проектының иң актив ҡатнашыусылары булырға вәғәҙә иттеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был республика проекты республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Үҙәк биләмә-ара китапханала башҡорт авторҙары китаптарынан күргәҙмә ойошторолған. Улар араһында – Мостай Кәримдең, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишева, Рауил Бикбаевтың һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре. Китапхана сайтында уҡырға тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тулы исемлеге бар.
Китапхана сайты материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенән