– Ошо рәүешле республиканың дәүләт аппаратында эшләүселәрҙе йыл да 5 процентҡа ҡыҫҡартыу ҡарала. Был һөҙөмтәле идара итеү һәм сығымдарҙы экономиялап башҡаларҙың хеҙмәт хаҡын арттырыу мөмкинлеге бирәсәк, – тине республика хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров киләһе дүрт йылға үҫеш йүнәлешен билдәләү кәңәшмәһендә.
Эш һөҙөмтәлелеген арттырыу хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү менән генә сикләнмәй. Хөкүмәт 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса тәүге биш төбәк исемлегенә инмәксе. Эске тулайым продуктты 2 ярым триллион һумға еткереү мөмкинлеге лә бар. Ауыл хужалығында һөт һәм ит етештереү күләме буйынса икенсе урынға сығыу маҡсаты ҡуйылған. Ә торлаҡ йыл да 3 миллион 7 йөҙ мең квадрат метр төҙөлөргә тейеш.
Социаль өлкәлә лә маҡсаттар юғары. Демографияны яҡшыртыу, үлем кимәлен кәметеү, ә физик культура менән шөғөлләнеүселәр һанын 60 процентҡа еткереп, сәләмәт төбәктәр исемлеген етәкләү. Иң мөһиме, был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Республиканың потенциалы ҙур, тип һанай Андрей Назаров.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне