Ул республикабыҙ мөфтөйө Айнур Бирғәлин менән ошо мәсьәлә тураһында һүҙ алып барҙы. «Әле Айнур хәҙрәт «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү эштәре менән мәшғүл. Мин уның тышҡы яғын күрҙем: бина, ысынлап та, һоҡланғыс (6 мең кешегә иҫәпләнгән), урыны ла һәйбәт. Төҙөлөш 30 процентҡа башҡарылған. 2024 йылға тиклем төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр», – тип төрөк дипломатының һүҙҙәрен килтерә «РВ».
Төркиә биҙәкләү оҫталары менән проектҡа булышлыҡ итергә әҙер, тип билдәләне Генераль консул. Шулай уҡ төрөктәр биҙәү һәм материалдар менән ярҙам күрһәтергә мөмкин, сөнки Төркиә ҙур мосолман биналарын төҙөү эштәрендә ҙур тәжрибәгә эйә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан