Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Ғинуар 2020, 13:54

«Урал батыр» эпосы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә нәшер ителде

Өфөлә «Урал батыр» китабы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы – филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов.

Эпосты башҡортсанан руссаға – яҙыусы Әхиәр Хәкимов, инглиз теленә Зөһрә Рәхимова тәржемә иткән. Инеш мәҡәләне рус теленә тәржемәләүсе – Фәрит Әхмәҙиев, ә инглиз теленә – Римма Шәйбәкова. Рәссам – Азат Мөхтәруллин.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының аҫыл хазинаһы. Әҫәргә донъя мәҙәниәтендә билдәле булған архаик эпостың дөйөм типологик һыҙаттары, үҙенсәлекле этник колорит хас.
Баҫма фольлорҙы өйрәнеүселәргә, шулай уҡ башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Китап З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылған, уны нәшриәттең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: