Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Февраль 2020, 12:00

Башҡортостан халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант үткәреләсәк

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант ойошторорға йыйына.

Ҡоролтайҙың биләмәләр менән эшләү комиссияһы йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
Акция генерал-майор, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың 120 йыллығына арнала.
«Башҡорт теле йылында Рәсәй субъекттарының башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәренә башҡорт телен ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләрен әҙерләргә тәҡдим ителде. Йыйылышта шулай уҡ ҡоролтайҙар эшен баһалау критерийҙарын индереү тикшерелде», – тип хәбәр итте комиссия ағзалары.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: