Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Февраль 2020, 17:00

Быйыл Аксаковта һыу үткәргес төҙөлә

Киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостанда быйыл ҡайһы тораҡ пункттарҙа үҙәкләштерелгән һыу үткәргес төҙөү планлаштырылыуы хаҡында хәбәр ителә.

Исемлектә беҙҙең райондың Аксаков ауылы ла бар.
Бөтә проекттарҙы 335 миллион һумға адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә республика бюджеты финанслай. Ошо хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан вице-премьеры һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
Ағымдағы йылда һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау өсөн 1 миллиард һумдан ашыу тотонола – адреслы инвестиция программаһы аҡсаһынан тыш, был суммаға «Таҙа һыу» төбәк проекты (329 миллион һум) һәм коммуналь ойошмалар (361 миллион һум) аҡсаһы инә.
Бынан тыш, райондарҙа һыу үткәргестәр ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса федераль программаһы аҡсаһына һалына. 2020-2022 йылдарҙа 50 ауылды һыу менән тәьмин итеү күҙаллана.
2020 йылдың башына республика халҡының 12,4% – ярты миллиондан ашыу кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителмәй ҡала. Уларҙың күпселеге Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының шәхси секторҙарында, Өфө, Шишмә, Иглин, Кушнаренко, шулай уҡ Әлшәй, Туймазы, Благовар райондарында йәшәй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: