Мәғлүм булыуынса, 3 февралгә ҡарата республикала ҡурҡыныс сиргә тарыусылар теркәлмәгән. Был хаҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәк властарына ошоға бәйле бихисап күрһәтмәләр ебәргән, улар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Республика биләмәһендә инфекция теркәлмәгән осраҡта ла, хәүефһеҙлек саралары күрелергә, хәл даими контролдә тотолорға тейеш.
– Был бәләне имен үткәрергә яҙһын. Беҙ барлыҡ эҙемтәләргә лә әҙербеҙ. Бигерәк тә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һиҙгерлек күрһәтергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, республикала коронавирусты төбәк биләмәһенә индермәү һәм таралыуына юл ҡуймау өсөн эпидемияға ҡаршы саралар комплексы күрелгән. Атап әйткәндә, «Өфө» аэропортында санитар-карантин контроль йәһәтенән өҫтәмә саралар индерелгән. Вирусҡа ҡаршы, дезинфекциялау препараттарының һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларының запасы тупланған. Сиргә бәйле шикле хәл тыуһа, кисекмәҫтән кешене изоляциялау һәм уның менән аралашҡандарҙы медицина күҙәтеүе аҫтына алыу мәсьәләләре тикшерелгән. Шулай уҡ, коронавирусҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге юлдары ла уйланылған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне