Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Февраль 2020, 17:00

Таҙарталар, тик кәрәк саҡлы түгел

Бер-ике көн буран булғайны, коммуналь хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре иртүк эшкә сығыуға ҡарамаҫтан, ҡала урамдары үтеп сыҡҡыһыҙ ҡарға батты.

– «Коммуналсы»нан ҡаланы ҡарҙан таҙартырға 10 берәмек махсус техника сыҡты, Бәләбәй биҫтәләрендә ойошманың ҡышын урамдарҙы таҙартырға яуаплы 12 машинаһы эшләй, – тип билдәләне Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Ридан Әхмәтвәлиев.
Ысынлап та, юлдар яҡшы таҙартыла – автомобилдәр тәгәрмәсе аҫтынан бер аҙ ҡар бутҡаһы ғына оса. Ҡала уртаһындағы тротуарҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаған, тик тейешле дәрәжәлә түгел. Шулай ҙа йөрөргә була.
Әммә... Үҙәк урамдарҙан ситкәрәк китһәң, ҡала халҡына кәзә һуҡмағынан йөрөргә тура килә. Кешеләр күп йөрөгән урындарҙа ғына иркенләп атларға мөмкин.
Илья Букарев фотолары
#Белебей#город#дороги#ЖКХ#пешеходы#зима#безопасность#дорожныйпатруль
Читайте нас: