Эмблема өсөн тауыш биреү 29 ғинуарҙа башланып, 2 февралдә тамамланды. Тәҡдим ителгән ун варианттан башҡа республикала йәшәүселәр үҙҙәренең дә эскизын күрһәтә алды. 7-се һанлы макет иң күп тауыш йыйҙы. Әммә интернеттан файҙаланыусыларҙың бөтәһенә лә ул оҡшап бөтмәй. Әлеге ваҡытта макет Зауыҡлы биләмәләр йылын ойоштороуға яуаплы комитет ҡарауында.