Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Февраль 2020, 12:00

Бәләбәйҙә ғинуарҙа 51 сабый тыуған

Башҡортостанда тыуым мәсьәләһе киҫкен ҡала, тип хәбәр итә республиканың киң мәғлүмәт саралары.

Быйыл был йәһәттәге күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн 83 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала.
–Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо күрһәткес буйынса әле республика түбән кимәлдә, шуға күрә беҙҙең алда тыуымды арттырырға тигән бик мөһим бурыс тора, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров 4 февралдә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
2019 йылдың 11 айында Башҡортостанда 38 мең 690 сабый донъяға килгән. 2018 йылғы статистика менән сағыштырғанда был 4 мең 720 балаға әҙерәк тигән һүҙ. 2017 йылда иһә республикала 47 меңдән ашыу бала тыуған булған.
Беҙҙең Бәләбәй районында быйыл ғинуарҙа 51 сабый тыуған, уларҙың 27-һе – малай, 24-е – ҡыҙ бала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: