Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға баш ҡалала үткән беренсе студенттар форумында яуап яҙләнеләр. Өйҙә тип исемләнгән сарала ҡатнашырға илдең төрлө төбәктәре, донъяның 14 ҡалаһы, республика уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар, эш биреүселәр һәм төрлө тармаҡ ведомстволары вәкилдәре саҡырылғайны.
Форумда төрлө өлкәләр, хатта ҡитғаларҙа белем алыусы 9 йөҙҙән ашыу студент ҡатнашты. Улар 11 секцияға бүленеп фекер алышты. Йыйында сит төбәктәрҙә уҡыусы яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш ойоштороу, эш урындары булдырыу, йәш белгестәргә ярҙһам күрһәтеү, фәнни-тикшеренеү, ижади потенциалды асыҡлау юлдары барланды. Мәскәү өлкәһенә эш сәфәре барышында бәйләнешкә сыҡҡан республика етәксеһе был йәһәттән хөкүмәткә махсус план төҙөргә ҡушыуын белдерҙе.
Башҡортостанға йәштәрҙе ҡайтарыу өсөн әле үк түләүле стажировкалар, гранттар, дәртләндереү саралары эшләй. Эшкә урынлаштырыу, торлаҡ һатып алыуға төрлө ташламалар ҡаралған. Киләсәктә был мөмкинлектәр артасаҡ ҡына.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне