Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Февраль 2020, 14:01

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы финалына әҙерлек бара

4 мартта Өфөлә, «Торатау» конгресс-холында IV «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсының финалы була.

Был конкурс граждандар йәмғиәте институттарын әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, гүзәл заттың статусын күтәреү маҡсатын ҡуя. Уны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте уҙғара. Быйыл конкурс республика башлығы грантына ойошторола.
Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
«Быйыл конкурсҡа 500 ғариза килде, уҙған йылда улар 300-гә яҡын ине. Конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә, республиканың райондары уға әүҙем ҡушыла. Номинанттар араһында уҡытыусылар, оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары күп», — тип хәбәр итте проект авторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Ғәҙәттәгесә, конкурс ике этапта уҙғарыла – муниципаль һәм республика. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған финалда 10 номинацияның һәр береһендә бер нисә еңеүсе билдәләнә.
Еңеүселәр конкурстың төп наградаһы – Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы һәм бағыусыларҙан приздар менән бүләкләнә.
Читайте нас: