Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Февраль 2020, 19:56

«Рәсәй саңғыһы-2020” - Бәләбәйҙә

Ҡаланың Сәләмәтлек һуҡмағында «Рәсәй саңғыһы-2020” спорт байрамына старт бирелде

Быйыл Рәсәйҙең 73 төбәге был спорт байрамында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар рәтендә Башҡортостан да бар.
Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, был спорт сараһына 200 яҡын бәләбәйле килде. Уларҙы саңғыла шыуыу һәм был сәмле ярышта еңеү яулау теләге берләштерҙе.
Арсен Олейник (башҡорт гимназия-интернаты), Софья Кириллова (15-се һанлы мәктәп), Константин Шалин (8-се һанлы мәктәп), Альбина Ҡормаева (мәктәп-интернат), Екатерина Ртищева (“Чемпион”), Андрей Кортюков (15-се һанлы мәктәп) еңеүсе булдылар.
Өлкәндәр араһында Игорь Федоров, Светлана Макеева, Евгений Убайдуллаев, Кристина Мирғәлимова алдынғылыҡты алды.
Бөтә еңеүселәргә почет грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды.
Артем Шамсутдинов (татар гимназиһы), Альберт Бакиев һәм Илнур Ҡағировҡа ( Ермолкино ауылы мәктәбе) ГТО-ның көмөш билдәләре тапшырылды.
Эльвира Ҡағирова фотолары
Читайте нас: