Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Февраль 2020, 12:00

Талсым эшләгән өсөн – 60 мең һум

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу талсымы конкурсына эштәр тапшырыу дауам итә. Ун йыллыҡтың төп статистик ваҡиғаһы символын булдырыуҙа дизайнерҙар, рәссамдар һәм Башҡортостандаң бөтә ижади кешеләре ҡатнаша ала.

Талсым 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу өсөн Росстаттың баҫма, мәғлүмәт, реклама һәм башҡа продукцияһына урынлаштырыла. Конкурс еңеүсеһенә 60 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыла.
Эште ебәреү өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми сайтында теркәлергә һәм Инстаграмдағы аккаунтығыҙға һалынған эшкә һылтанманы беркетергә кәрәк. Унда @strana2020 әүҙем һылтанмаһын билдәләү һәм #талисман_перепись хештегын ҡуйыу мөһим.
Инстаграмдағы аккаунт асыҡ булырға тейеш.
Конкурс ике этапта үткәрелә: беренсеһе – иҫәп алыу сайтында асыҡ тауыш биреү, икенсеһе – жюриҙың тауыш биреүе. Эштәрҙе ҡабул итеү 2020 йылдың 10 февралендә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: