Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Февраль 2020, 12:01

Үҙебеҙҙең вики-оҫталар

Бөрйән районы уҡытыусыһы Луиза Юлдашева 2019 йылда Википедияның башҡорт бүлеге өсөн 1334 мәҡәлә яҙған.

Бүлек администраторы Рөстәм Нурыев әйтеүенсә, редактор йылдың 328 көнөн был эшкә бағышлай, көнөнә уртаса дүртәр материал яҙа. Әүҙемлек рейтингыһында был башҡорт энциклопедистары араһында икенсе һөҙөмтә.
Ә беренселекте икенсе йыл рәттән “Айсар” исемле автор ала. 362 көн эсендә ул 19749 тапҡыр эш башҡарған – яңы мәҡәләләр яҙған, булғандарын редакторлаған, иҫкергән мәғлүмәттәрҙе яңыртҡан. Ул өсөнсө йыл рәттән Көн юбилярҙары рубрикаһын алып бара һәм икенсе тапҡыр “Викимедиа РУ” ойошмаһының “Вики-премия” лауреаты тип таныла.
Читайте нас: