Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Февраль 2020, 15:04

Короновирус йоҡтороу осрағы юҡ, әммә...

Киҫкен респиратор вируслы инфекциялар "ҡотора" . Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ауырый.

Эпидемия кимәле норманан артҡан, ул 60.3 процент тәшкил итә. Ауырыусыларҙың күбеһе мәктәп йәшендәге балалар. Шуға ла күп мәктәп карантинға ябылды.
Быға коронавирус хәүефе лә килеп ҡушылды. Ҡытайҙан ашығыс рәүештә туристарҙы ла ҡайтарҙылар. Аэропортта иһә үтә ныҡ тикшерәләр. Роспотребнадзор буйынса Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов белдереүенсә, беҙҙә ул инфекцияны таратмау өсөн етди саралар күрелә.
Әлеге ваҡытта Ҡытайҙағы хәүефле вирусты йоҡтороусылар һаны өс миллионға етеп килә. Һәм ғалимдар тағы бер асыш яһаған.
Коронавирус балаларҙы урап үтә икән. Хәҙер шуны асыҡлайҙар. Аңлашылмаған сәбәп арҡаһында вирус иң тәүҙә өлкәндәрҙе аяҡтан йыға.
Бер нисә фараз бар. Коронавирус диңгеҙ продукцияһы баҙарынан таралған. Ә унда балалар һирәк бара. Тағы шуныһы: өлкәндәр нығыраҡ һаҡлана, шуға ла балаларға бигүк күсмәйҙер.
Бәлки, бала организмы вирусҡа нығыраҡ ҡаршы тора алалыр. Шулай ҙа был бәләкәстәр һаҡланмаһа ла була, тигән һүҙ түгел.
Ғалимдар иҫкәртеүенсә, әле балалар өсөн ябай киҙеү (грипп) ҡурҡынысыраҡ.
Читайте нас: