Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Февраль 2020, 11:40

Бөйөк Еңеү уңайынан

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ветерандарға аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк.

75 мең һумлыҡ премия республикала 1 мең 200 ветеранға тапшырыласаҡ. Уларҙың 880-не – һуғышта ҡатнашыусылар, 320-нән ашыуы – ошо дәһшәтле йылдарҙа төрлө йәрәхәт алып, мөмкинлектәре сикләнеүселәр. Һуғыш осоронда тылда хеҙмәт итеүселә ситтә ҡалмаясаҡ, уларға 50-шәр мең һум аҡса түләнәсәк.
Шулай уҡ Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында Яндекс.Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, шулай уҡ Ленинград блокадаһында ҡалғандарҙы һәм концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондарын бушлай йөрөтә башланы.
«Дөйөм алғанда, бөтәһе 1345 кеше. Уларҙың 841-е һуғышта ҡатнашҡан, 300 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 102 блокадалы Ленинградта йәшәүсе һәм 102 концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡоно. Һәр береһе айына дүрт тапҡыр Яндекс.Такси хеҙмәттәре менән бушлай файҙалана ала. Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш. Йәнә ҡабатлайым: был бушлай һәм тотош республикала», — тип һөйләне вице-премьер Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына.
Уның һүҙҙәренсә, таксиҙа йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк. Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә бының өсөн махсус телефон номеры бүленә; 8-800-775-00-14 (шылтыратыу бушлай). Ветерандарға был телефон номеры буйынса эш көндәре сәғәт 8-ҙән 20-гә тиклем шылтыратып әйтеү генә талап ителә. Оператор был мәғлүмәтте Яндекс.таксиға тапшыра.
Реклама хоҡуғында
Читайте нас: