Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Февраль 2020, 16:00

Бик файҙалы значоктар

Юлға сыҡҡан һәр бер кешегә, бигерәк тә йәйәүлеләргә, иғтибарлы булырға кәрәк.

Бәләбәй ҡалаһында «Зебра иҫкәртә” тигән юл акцияһы уҙҙы. Уны Рәсәй Эске эштәр министрлығы Бәләбәй районы бүлегенең йәмәғәт советы ағзлары менән бер рәттән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы полицияның өлкән лейтенанты Дилара Шәйәпова ойошторҙо.
Был сарала башҡорт гимназия-интернаты йәш инспекторҙары һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкән инспекторы полиция капитаны Урал Ғибадуллин ҡатнашты.
Инспекторҙарҙың йәш ярҙамсылары йәйәүлеләргә мәғлүмәт памяткалары һәм яҡтыны сағылдырыусы значоктар таратты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡараңғыла яҡтыны сағылдырыусы элементтары булған кейем һәм махсус значоктар автомобиль водителенә 130-150 метр алыҫлыҡтан күренә. Ә кейеме лә ҡараңғы, яҡтыны сағылдырыусы значоктары ла булмаған кешене шофер бары 18 метрҙан ғына күреп ҡаласаҡ.
Читайте нас: