Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Февраль 2020, 19:39

Шағирҙың тыуған көнө

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, тел һәм рух һаҡсыһы Рәми Ғариповтың тыуған көнө, уның тыуыуына 88 йыл тула.

Рәми Ғарипов музейы Салауат районының Арҡауыл ауылында Рәми Ғарипов урамының 60-сы йортонда урынлашҡан.
Үлгәндән һуң, 1988 йылда Рәми Ғариповҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә, ә 1989 йылда тыуған ауылы Арҡауылда, тыуған йорто урынында йорт-музейы асыла. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, стена газеталары, портреттары һаҡлана. Йорт эргәһендә бюсы ҡуйылған.
Рәми Ғарипов музейының төп маҡсаты — килем алыу түгел, ә халыҡты уның тормош юлы, ижады менән яҡынданыраҡ таныштырыу.
Рәми Ғариповтың тыуған көнө айҡанлы, бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Февраль. Буран” спектаклен күрһәтә.
Читайте нас: